

Был ҙур сарала илдең 12 төбәгенән реабилитация һәм абилитация өсөн кәрәкле әйберҙәр сығарыусы 50 предприятие ҡатнаша. Фойела шулай уҡ "Изге республика" тигән хәйриә йәрминкәһе эшләй. Унда һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр үҙ ҡулдары менән яһаған әйберҙәр ҙә тәҡдим ителә.
Һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән эшләүсе хеҙмәткәрҙәр, ата-әсәләр өсөн дискуссия майҙансыҡтары, түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Бөтәһе 70 спикер сығыш яһаясаҡ.
Бөгөн пленар ултырыш барышында "Социаль координатор" проекты буйынса өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул ауыр тормош шарттарына юлыҡҡан кешеләргә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
"Ҡаршылыҡтарҙы еңеп" форум-күргәҙмәһе инвалидлыҡты профилактикалау һәм реабилитациялау буйынса мәсьәләләр тураһында мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшереү өсөн яҡшы майҙансыҡ булып тора.
Сараның бөгөнгө көнө 19.00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында "Ҡаршылыҡтарҙы еңеп" балалар ижады фестиваленең Гала-концерты менән тамамланасаҡ.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса илдә һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр һаны - 12 миллион. Башҡортостанда - 230 мең.
Фото асыҡ сығанаҡтан.