

Республикала һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың һәләттәрен асыу маҡсаты менән 2013 йылда үткәрелә башлаған фестиваль хәҙер Рәсәй кимәлендә ойошторола. Кисәге концерт "Балалар - балаларға" девизы менән үтеп, "Газпром"дың "Факел" фестивале ҡатнашыусылары ла сығыш яһаны. Һау-сәләмәт балалар менән үҙенсәлекле ҡыҙҙар һәм малайҙар бер сәхнәлә булды.
- Һәр беребеҙ көн һайын ниндәйҙер ҡаршылыҡтарҙы үтә. Кемдер ҡурҡыуы менән көрәшә, кемдер - тормошта осраған ҡаршылыҡтар менән. Әлбиттә, иң беренсе беҙ үҙебеҙҙе еңергә тырышабыҙ, яҡшыраҡ булыу маҡсаты менән. Ә бының өсөн үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк. Бөгөн сәхнәгә сыҡҡан, бында килгән һәр кемде герой, тип иҫәпләргә мөмкин. Бөтәгеҙгә лә үҙегеҙҙең һәләтегеҙҙе үҫтереүегеҙҙе теләйем, ә ул һәр кемдә бар, - тине сығышында "Бәхет биләмәһе" хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ла сәләмләне.
"Ҡаршылыҡтарҙы еңеп" фестиваленә илдең 12 төбәгенән 376 эш ҡабул ителгән. Еңеүселәр 4 номинация буйынса билдәләнгән: вокал, хореография, музыка ҡоралында уйнау, үҙенсәлекле жанр. "Үҙенсәлекле жанр" еңеүселәре - Сибай ҡалаһынан Милена Һәм Элина Мостаевалар бесәй менән сысҡан тураһындағы оҙон шиғри әкиәтте һөйләп ишеттерҙе. Йыр буйынса еңеүсе Владлена Лычева Һамар өлкәһенән килгән. Уның ҙур сәхнәлә тәүге тапҡыр сығыш яһауы икән. Һәр концерт номеры тамашасы күңелен яуланы. "Факел" фестивалендә ҡатнашыусыларҙың сығыштары ла һоҡландырҙы.
Фестивалгә килеүселәр өсөн Өфө буйлап сәйәхәт тә ойошторолдо.
Фото: Альберт Заһиров, "Башинформ".