+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
16 Ноябрь 2022, 07:26

Шыршы байрамы ҡасан була?

Республика Яңы йыл шыршыһына быйыл 1 меңләгән бала саҡырыласаҡ.

Байрам 22 декабрҙә Өфөнөң "Башҡортостан" концерт залында үткәрергә планлаштыралар. Төрлө ярыш, конкурстарҙа юғары уңышҡа ирешкән уҡыу отличниктары, шулай уҡ хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған ҡыҙҙар һәм малайҙар, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр саҡырыу ҡағыҙы аласаҡ. 

Байрамды ике тапҡыр үткәрергә уйлайҙар: 10.00 һәм 13.00 сәғәттә. Һәр балаға Яңы йыл бүләге - йомшаҡ уйынсыҡ, китап һәм тәмлекәстәр һалынған биштәр биреләсәк. (0+)

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас