

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Дүрт ҡатлы заманса белем усағында уҡыусылар өсөн бөтә шарттар булдырылған. Яҡшы йыһазландырылған уҡыу кабинеттары, кескәйҙәр өсөн уйын бүлмәһе лә бар. Китапхана, малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн айырым оҫтаханалар, ике ҙур спорт залы, асыҡ һауала ла баскетбол, бадминтон, волейбол майҙансыҡтары... Бындай мәктәп Миловкала бик кәрәк ине. Сөнки унда төҙөлөш әүҙем бара, халыҡ күп. Күрше-тирә ауылдарҙан да йөрөп уҡыясаҡтар.
Фото: vk.com.