-33 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
24 Ноябрь 2022, 14:50

Полицейский ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән баланы ҡотҡарған

Был хәл кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһында була. 

Полицейский ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән баланы ҡотҡарған
Полицейский ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән баланы ҡотҡарған

Участка полицейскийы Марсель Шәрипов Щербаков урамынан китеп барғанда ҡоҙоҡтоң ҡапҡасын асырға маташҡан ҡатынды күреп ҡала. Баҡтиһәң, уның ете йәшлек ҡыҙы ике метр тәрәнлектәге коллекторға төшөп киткән була. Полицейский әсәгә ҡото осҡан баланы ҡоҙоҡтан сығарырға ярҙам итә.

Бәхеткә күрә, ҡыҙыҡай имгәнмәгән.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в