-28 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар

Силәбелә күсмә семинар үтте

Силәбенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә Башҡорт асыҡ КВН лигаһы ойошторған күсмә семинар үтте. 

Силәбелә күсмә семинар үтте
Силәбелә күсмә семинар үтте

Башҡорт телендә балалар КВН уйындарын уҙғарыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре башҡорт мәҙәниәтен һәм телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә, шулай уҡ уҡыусы балаларҙы КВН хәрәкәтенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Семинарҙан һуң ҡатнашыусыларға оҫталыҡ дәрестәре үтеү тураһында сертификат тапшырыла һәм уларға уҡыуҙарын онлайн форматта дауам итеү мөмкинлеге бирелә. Был сараларға 60-тан ашыу бала йәлеп ителгән.

Күсмә оҫталыҡ дәрестәренән һуң Өфөлә башҡорт телендә балалар КВН уйындары фестивале ойоштороласаҡ, унда Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәренән командалар ҡатнашасаҡ.

 

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в