-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
27 Ноябрь 2022, 20:06

Ҡырҡ балаға - атай-әсәй наҙы

Бөгөн, Әсәйҙәр көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Краснокама районынан күп балалы ғаилә менән таныштырҙы.

Ҡырҡ балаға - атай-әсәй наҙы
Ҡырҡ балаға - атай-әсәй наҙы

Гөлсирин Дербенева һәм Айыс Маликовтың тәүге никахтарынан өсәр балаһы була. Бергә ғаилә ҡорғас, биш баланы уллыҡҡа алалар. Һуңынан тағы 29 баланы тәрбиәгә алалар. Милләттәре төрлө - башҡорт, урыҫ, мари, сыуаш. Был ғаилә республикалағы иң күп балалы ғаиләләрҙең береһе.

Ҙур, уңайлы йорт һалғандар. Балалар төрлө спорт секцияларына, түңәрәктәргә йөрөй. Конкурстарҙа ҡатнашып, дипломдар, миҙалдар алалар. Әсәй кеше ҡыҙҙарҙы гүзәл зат белергә тейешле һөнәрҙәргә өйрәтә. Атайҙары балалар менән умартасылыҡ, ағас эше менән шөғөлләнә, мал ҡарайҙар. 

Быйыл ғаилә "Ата-әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнде. 

Шунса балаға атай-әсәй наҙы,тәрбиәһе биргән изге күңелле кешеләргә "афарин"дан башҡа ни әйтәһең!?

Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.

Ҡырҡ балаға - атай-әсәй наҙы
Ҡырҡ балаға - атай-әсәй наҙы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: