

Килиманджаро - континенттың иң юғары нөктәһе (диңгеҙ кимәленән 5895 метр).
- Дуҫтар, Килиманджаро вулканына артылыу өсөн Африкаға китәм, - тип яҙған ул үҙенең телеграм-каналында.
Был көслө рухлы яҡташыбыҙҙың беренсе тауы ғына түгел. Уның Казбек (5033 метр), Эльбрус (5642 метр) һәм Манаслу (8163 метр) тауҙарына күтәрелгәне бар.
Уға уңыштар, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com