

Бушҡа түгел, банк картаһы менән инде. Уларының ниндәйе генә юҡ?! Замандан артта ҡалмаған, финанс яғынан белемле булған, карта менән эш итә белгән кеше түләгән аҡсаһының күпмелер өлөшөн кире ҡайтара ла белә.
Әлеге ваҡытта финанс грамоталығы буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-зачёты бирергә мөмкин. Был акция 15 декабргә тиклем дауам итә. https://finzachet.ru/ сайтында теркәлеп, һорауҙарға яуап бирәһең. Уны Рәсәй банкы һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ойоштора. Зачётты бер үҙең үтһәң - 30 минут, ғаилә менән үтһәгеҙ, бер сәғәт ваҡыт бирелә. Маҡсат: халыҡтың финанс белемен арттырыу, кредиттар, карталар һәм башҡа аҡса менән бәйле мәсьәләләр буйынса кәрәкле мәғлүмәт биреү, мутлашыусыларҙан нисек алданмаҫҡа өйрәтеү. Был зачётты бер нисә тапҡыр тапшырып ҡарарға мөмкин. Сертификат та бирәләр.
Фото асыҡ сығанаҡтан.