+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
12 Декабрь 2022, 09:20

Башҡорт шихандары — ЮНЕСКО объекттарының яҡынса исемлегендә

Ҡуштау, Торатау һәм Йөрәктау Бөтә донъя мираҫы объекттарына әйләнеүгә яҡынлашты.

Башҡорт шихандары — ЮНЕСКО объекттарының яҡынса исемлегендәБашҡорт шихандары — ЮНЕСКО объекттарының яҡынса исемлегендә
Башҡорт шихандары — ЮНЕСКО объекттарының яҡынса исемлегендә

Республика Башлығы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, беренсенән, ЮНЕСКО, донъя ваҡиғаларына ҡарамаҫтан, шихандарҙың үҙаңын һәм ҡиммәтен таный. Икенсенән, әгәр улар бөтә донъя мираҫы объекттарына әүерелһә, Ҡуштау, Торатау һәм Йөрәктау шихандары бөтә донъяға билдәлелек аласаҡ, ә был Башҡортостан иҡтисадына ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

— Беҙ ыңғай ҡарар көтәбеҙ һәм артабан да туристик инфраструктураны үҫтереүҙе күҙаллайбыҙ, — тип йомғаҡ яһанылар  Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтендә.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас