+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
16 Декабрь 2022, 12:35

Катокка килегеҙ!

Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы буйында иң оҙон каток эшләй башланы, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Ул «Торатау» конгресс-холынан түбәндәрәк урынлашҡан. Оҙонлоғо – 800 метрҙан ашыу.

Катокка килегеҙ!Катокка килегеҙ!
Катокка килегеҙ!

Каток көн һайын эшләй. Дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем – көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 9-ға, йома-йәкшәмбе – көндөҙгө 12-нән киске 10-ға тиклем бара алаһығыҙ. Үҙеңдең конькиҙарың менән инеү бушлай.

Быйыл ҡыш Өфөлә бөтәһе 31 каток һәм 90 хоккей майҙансығы эшләй, шуларҙың 9-ы – ҡышҡы футбол өсөн (боҙһоҙ). Майҙансыҡтар яҡтыртылған, шуға күрә хоккей яратыусылар кис көнө лә уйнай ала.

Сығанаҡ: bash.bashinform.ru

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас