+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
20 Декабря 2022, 06:55

14 мәктәптә карантин иғлан ителгән

Башҡортостанда ОРВИ һәм грипп таралыуы сәбәпле, 14 мәктәптә карантин иғлан ителгән. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе.

14 мәктәптә карантин иғлан ителгән14 мәктәптә карантин иғлан ителгән
14 мәктәптә карантин иғлан ителгән

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала сусҡа киҙеүе (H1N1) таралыуы күҙәтелә. Әлеге ваҡытта 40-тан ашыу ауырыу осрағы һәм В киҙеүенең бер нисә осрағы лабораторияла раҫланған. Был штамм еңел дауалана, сөнки 2009-2010 йылдарҙа ла республикала ошо сир теркәлгәйне. Дауаламаған осраҡта ул пневмония, менингит, энцефалит һәм башҡа хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә килтереүе мөмкин, тип белдерҙеләр күҙәтеү ведомствоһында.

Сығанаҡ: bashinform.ru

Фото: zensovet.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас