+25 °С
Ясно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
21 Декабря 2022, 04:50

Асфальт түшәргә кәрәк!

Башҡортостанда сираттағы «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы буйынса конкурс башланды.

Асфальт түшәргә кәрәк!Асфальт түшәргә кәрәк!
Асфальт түшәргә кәрәк!

Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районындағы 162-се балалар баҡсаһы биләмәһенә асфальт түшәргә кәрәк. Шул маҡсат менән уның коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре Калинин урамындағы 17-се йортта йәшәүселәр менән бергә был конкурста ҡатнашырға булды.
Тәүҙә көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡлау һәм программала ҡатнашыу теләге менән 2022 йылдың 18 ноябрендә йыйылыш үткәрелде. Күп фатирлы йортта йәшәүселәр балалар майҙансыҡтарын йыһазландырыу, 162-се балалар баҡсаһы биләмәһендә асфальт түшәү тәҡдимдәре менән сығыш яһаны.
Йыйылышта ҡатнашыусыларҙың күбеһе именлек, һаулыҡ, балаларҙың киләсәге өсөн тауыш бирҙе һәм проект ярҙамында 162-се балалар баҡсаһы биләмәһендә асфальт түшәүҙе һайланы.
Әйткәндәй, был балалар баҡсаһына һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр йөрөй. Улар өсөн саф һауала йөрөү һәм үҫешеү өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас