

"Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе "Башҡортостан" дәүләт концерт залы менән берлектә " Ижади теләктәр шыршыһы" акцияһын ойошторғас, Өфөләге театрҙарҙа, музейҙарҙа, Салауат Юлаевтың матчында булырға теләүе тураһында яҙа. Ҡыҙҙың хыялын Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Сафина атаһы менән Мәжит Ғафури исемендәге башорт академия драма театрында Яңы йыл тамашаһын һәм "Буратино-REMAKE" спектаклен ҡарай. Шунан Милли музейға баралар.
Һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән ҡыҙ баш ҡалаға дауаланырға түгел, ә матур итеп ял итергә килеүенә бик шат. Ул китап уҡырға ярата икән. Биш йыл инде Йомабай Иҫәнбаев исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә фортепианола уйнарға өйрәнә. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Сафинаға Республика балаларының төп шыршы байрамында булыу бәхете лә тейҙе.
Фото: culture.bashkortostan.