+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
22 Декабрь 2022, 09:47

"Тылсымды изге ниәттә генә ҡулланырға кәрәк".

Бынан алдағы ике йылда коронавирус пандемияһы арҡаһында Өфөлә Башҡортостан Башлығы шыршыһы үткәрелмәне. 

"Тылсымды изге ниәттә генә ҡулланырға кәрәк"."Тылсымды изге ниәттә генә ҡулланырға кәрәк".
"Тылсымды изге ниәттә генә ҡулланырға кәрәк".

Был байрамда ҡатнашырға тейешле балаларға Яңы йыл бүләктәре район һәм ҡалаларҙа тапшырылды. 

Быйыл иһә республика мәктәптәренән уҡыу отличниктары, олимпиада, конкурс, фестиваль еңеүселәре, шәп спортсылар республика Шыршы байрамына "Башҡортостан" дәүләт концерт залына йыйылды. Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары ла саҡырылғайны. Тәүҙә уҡыусылар фойелағы шыршы янында Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, төрлө йәнһүрәт геройҙары менән уйнап күңел асты. Шунан залға тылсымлы тамаша ҡарарға инделәр. Башҡортостан Республикаһының фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин балаларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, изге теләктәрен әйтте.

Ә быйылғы әкиәттең төп геройҙары - 2023 йылдың хужалары - Ҡуян менән Бесәй, шулай уҡ Ҡыш, Ҡар бабай, Башҡорт батыры, Мәскәй әбей, Батшабикә, яуыз сихырсы Черномор һәм, әлбиттә, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу булды. Ҡыш Яңы йыл фәндәренең тылсымлы академияһын асырға ҡарар итә. Унда эшкә бөтә геройҙар ҙа эләкмәй. Шунан китә лә инде бәхәс, талаш. Әкиәт геройҙары әленән-әле залдағы балаларға ла мөрәжәғәт итә, һорауҙар бирә. Һәр әкиәттәгесә, яҡшылыҡ яуызлыҡты еңә, дуҫлыҡ һәм татыулыҡ тантана итә. Тамаша геройҙары балаларға: "Тылсымды изге ниәттә генә ҡулланырға кәрәк", - тигән кәңәштәрен әйтә.

Баш ҡалаға республика Башлығы шыршыһына килеү - ҙур мәртәбә. Мәсетле районынан биш уҡыусы саҡырылған. Улар - Оло Ыҡтамаҡ башҡорт гимназияһы филиалы Әләгәҙ мәктәбенән Катя Шаһауетдинова,  Юныстан Арина Нафиҡова, Оло Ыҡтамаҡтағы башҡорт гимназияһынан Розалия Мөхтәрова һәм Яңы Яуыштан Дилфүзә Абдрахманова. Розалия, мәҫәлән, VIII синыфта уҡый. Уҡыу алдынғыһы. Район кимәлендә бер нисә фән буйынса олимпиадала еңеүсе булған һәм призлы урын яулаған икән, ә киләсәген иҡтисад менән бәйләргә теләй.

Республика Башлығы Шыршыһына килгән һәр балаға Яңы йыл бүләктәре лә тапшырылды. 

Автор фотолары.

 

"Тылсымды изге ниәттә генә ҡулланырға кәрәк".
"Тылсымды изге ниәттә генә ҡулланырға кәрәк".
"Тылсымды изге ниәттә генә ҡулланырға кәрәк".
"Тылсымды изге ниәттә генә ҡулланырға кәрәк".
"Тылсымды изге ниәттә генә ҡулланырға кәрәк".
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас