+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
28 Декабрь 2022, 09:05

Кастингта ҡатнашығыҙ!

Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса «Ҡалдырма, әсәй!» тулы метражлы нәфис фильмын төшөрөү буйынса кастинг иғлан ителде. Был хаҡта Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева белдерҙе.

Кастингта ҡатнашығыҙ!Кастингта ҡатнашығыҙ!
Кастингта ҡатнашығыҙ!

Проектты республиканың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы тормошҡа ашыра. Фильмдың режиссёры — Вилүрә Иҫәндәүләтова. Уны ғинуар аҙағында төшөрөргә йыйыналар.

Кастингта 11-14 йәшлек малайҙар һәм  11-13 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнашырға мөмкин. Урыҫ телен белергә кәрәк. Кастинг видеояҙмалар буйынса уҙғарыла. Ғаризалар республиканың барлыҡ райондарынан һәм ҡалаларынан ҡабул ителә.

Ҡатнашыусылар исем-шәрифен, йәшен, буйын/ауырлығын әйтеп, үҙҙәре менән таныштырырға йәки ҡыҫҡа ғына шиғыр һөйләргә тейеш. 2-3 минутлыҡ яҡшы сифатлы видеояҙманы castingfilm2023@yandex.ru почтаһына ғына ебәрергә. Бәйләнеш өсөн телефонды күрһәтеү мотлаҡ.

 

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас