

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса улар зарарлы һәм һаулыҡ өсөн хәүефле тип танылған. Өйрәнелгән тауарҙарҙа фенол табылған, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Был хәүефтең икенсе класлы матдәһе, йәғни бик хәүефле (1-се класлы — был ағыуҙар), ул тиҙ арала тирегә, тын юлдарына һеңә. Бындай уйынсыҡ менән даими бәйләнештә булған баланы йоҡоһоҙлоҡ борсой, башы әйләнеүе ихтимал.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, Рәсәйҙең эре баҙарҙарын һәм интернет-магазиндарын һатыусылар продукция карталарын алып ташлай башлаған да инде.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com