+26 °С
Облачно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
12 Января 2023, 10:55

Әбүбәкерҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡорот ебәрә!

Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында йәшәүселәр яугирҙарыбыҙға сираттағы гуманитар ылау оҙатҡанда башҡа кәрәк-яраҡтар менән бер рәттән, файҙалы милли ризығыбыҙҙы ла ебәрергә булған.

Әбүбәкерҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡорот ебәрә!Әбүбәкерҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡорот ебәрә!
Әбүбәкерҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡорот ебәрә!

-Тыуған еребеҙҙең сәләме булып барып етеп, имен-һау әйләнеп ҡайтһын беҙҙең егеттәр, - ти улар.

Әбүбәкерҙәрҙең изге ниәтенә теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Туңдырылған һәм киптерелгән ҡороттарҙы район мәҙәниәт йортонда һәм Әбүбәкер ауылы мәҙәниәт йортонда тапшырырға мөмкин, тип хәбәр итә Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас