+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
16 Ғинуар 2023, 12:50

Мортаза Рәхимовтың исеме мәңгеләштерелә

Мортаза Рәхимов исемендәге "Өфө-Арена" боҙ һарайы. Мортаза Рәхимов исемендәге Йомағужа һыуһаҡлағысы... Тағы ниндәй тәҡдимдәр бар? Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ойошмаларға һәм ведомстволарға беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. 

Мортаза Рәхимовтың исеме мәңгеләштерелә
Мортаза Рәхимовтың исеме мәңгеләштерелә

Уйлап ҡараһаң, Мортаза Ғөбәйҙулла улының исеме менән республикалағы бик күп учреждениеларҙы атарға булыр ине. Халыҡ Октябрь проспектына, Шамонин ауылына уның исемен бирергә тәҡдим итә. Һәйкәл дә ҡуйылыр, Алла бирһә.

Халҡыбыҙ өсөн янып йәшәгән Ил ағаһының исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр 23 ғинуарға тиклем ҡабул ителә. Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә республика етәксеһе шулай тип белдергән.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: