+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
17 Ғинуар 2023, 15:30

Ашығығыҙ, ваҡыт аҙ ҡала!

Акция иғлан ителгән йомала беҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарҙың иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләп, баш ҡалабыҙҙың «Ихлас» мәсетенә доғалар уҡытырға килдек.  

Ашығығыҙ, ваҡыт аҙ ҡала!
Ашығығыҙ, ваҡыт аҙ ҡала!

– Бик изге ниәт менән йөрөйһөгөҙ, – тип ҡаршы алды имам-хатип Альфред Әмир улы ДӘҮЛӘТШИН. – Беҙ йома һайын уларға аяттар уҡыйбыҙ. Әгәр гәзит уҡыусылар араһында кемдәрҙеңдер атайҙары, ағайҙары, яҡындары именлек хаҡына көрәштә ҡатнаша икән, исем-фамилияларын яҙып ебәрһәләр, һәр береһенә атап доғалар уҡыр инек.

Акциябыҙға «Ихлас» мәсете лә ихлас ҡушылды. «Һалдаттарға кәрәк-яраҡ туплағас, һеҙҙең бүләктәрегеҙ 23 февралгә барып етеп, уларҙы ҡыуандырһын өсөн беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ», – тип 5 мең һумлыҡ матди ярҙам күрһәттеләр. Мәсет янында эшләп килгән «Ихлас» кибете хужабикәһе Кәбирә ҒӘБДЕЛҠАДИРОВА ла 500 һум бирҙе. Өфөләге «Фруктовый рай» магазины директоры Эльнур Ариф улы ИСАГОВ һалдаттарға күп итеп күстәнәстәр – сәтләүек, ҡаҡ, финик, кәнфиттәр әҙерләне. Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ЮНЫСОВА, Баймаҡ районының Аҡтау ауылынан Фәүзиә Хәкимйән ҡыҙы менән Миңзәлә Әҙеһәм ҡыҙы ИҪӘНДӘҮЛӘТОВАЛАР, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы уҡытыусылары Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы ҠОТЛОГИЛДИНА һәм Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы ҠЫЛЫСОВА, Көйөргәҙе районының Таймаҫ мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Флүр ҡыҙы ӘҘЕҺӘМОВА, шағирә Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА, Башҡортостандың халыҡ артискаһы Әлфиә ЮЛСУРИНА, Белорет районының Манышты ауылынан гәзитебеҙҙең әүҙем авторы Нурулла Мөхөтдин улы МИҺРАНОВ та үҙ өлөштәрен индерҙе.

Ҙур рәхмәт хаҡ динебеҙ юлындағы изге күңелле мосолмандарға! Беҙ ул аҡсаға ҡулъяулыҡтар, йылы ойоҡтар, башҡа кәрәк-яраҡтар алдыҡ.

Шулай итеп, әкренләп күстәнәстәребеҙ ҙә йыйылыр. 23 февралгә яҡташтарыбыҙҙы ҡыуандырыр өсөн һеҙ ҙә үҙ өлөшөгөҙҙө индерергә ашығығыҙ.

Ашығығыҙ, ваҡыт аҙ ҡала!
Ашығығыҙ, ваҡыт аҙ ҡала!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: