+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Ғинуар 2023, 14:35

Бушлай һөт ризыҡтары

Башҡортостан Республикаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары бушлай “Һөт кухняһы” продукцияһын ала. 

Бушлай  һөт ризыҡтары
Бушлай һөт ризыҡтары

Был хаҡта  Хөкүмәт ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.

Уның белдереүенсә, 2019 йылдан “Һөт кухняһы” етештереү-сауҙа селтәре аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге ауырлы ҡатындарға,унда тәрбиәләнгән өс йәшкә тиклемге балаларға, шулай уҡ опекаға алынған малайҙар һәм ҡыҙҙарға махсус һөт ризыҡтары һәм ҡоро ҡатнашмалар менән бушлай бирелә.

Былтыр “Һөт кухняһы” продукцияһы менән тәьмин итеүгә 595 миллион һум самаһы йүнәлтелгән, тип билдәләне Хөкүмәт етәксеһе.

- Бынан тыш,сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеп, уларҙы махсус аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә лә ҡушылды. Былтыр ошо маҡсатҡа 1 миллион 300 мең һум бүленде, - тип билдәләне Андрей Назаров.

 

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: