+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
26 Ғинуар 2023, 14:17

"Алло, Инйәргә еттек!"

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Архангел-Белорет юлында мобиль элемтә булдырыу буйынса кәңәшмә йыйған.

"Алло, Инйәргә еттек!"
"Алло, Инйәргә еттек!"

Юғиһә, алыҫ юлға сыҡҡан яҡындарыбыҙҙың телефоны тотмай башлаһа, әһә, тимәк, Инйәргә барып етмәгән әле, тип уйлайбыҙ, интернет юҡ бит. Ә унда тауҙар, борма-борма юлдар...

Ҡыуаныслы яңылыҡ. Трассала яҡшы бәйләнеш булһын өсөн 54 километрлыҡ электр сымы һуҙырға кәрәк икән. 14 станция ҡуйырға, уларҙың икәүһенең бейеклеге 70 метр булырға тейеш. 

Андрей Назаров белдереүенсә, был проектты тормошҡа ашырыу алты тораҡ пунктты ла интернет менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирәсәк.

Фото интернеттан.

"Алло, Инйәргә еттек!"
"Алло, Инйәргә еттек!"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: