+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
28 Ғинуар 2023, 17:54

"Төньяҡ амурҙары"н Мәскәүҙә күрһәтәсәктәр

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте төшөрөлөп бөтөүе тураһында хәбәр итте. 

"Төньяҡ амурҙары"н Мәскәүҙә күрһәтәсәктәр
"Төньяҡ амурҙары"н Мәскәүҙә күрһәтәсәктәр

Тулы метражлы анимация фильмын Өфөләге "Муха" студияһы төшөрҙө. Йәнһүрәттең төп геройҙары - рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан башҡорт ир-егеттәре. Патриотик рухтағы анимация фильмын бөтә ғаилә менән ҡарарға мөмкин буласаҡ.

29 ғинуарҙа "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтен Мәскәүҙә Кино йортонда күрһәтәсәктәр, ә премьера иһә яҙға планлаштырыла. 

"Беҙ халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең тарихын белергә һәм уны һаҡлаусыларҙы һәр саҡ иҫтә тоторға тейешбеҙ", - тип яҙа республика етәксеһе.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: