+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
31 Ғинуар 2023, 22:11

Саңғы булмағанға - "икеле"

III сиректә уҡыусылар физкультура дәресендә саңғыла йөрөй. Күп мәктәптәрҙә балаларға уны өйҙән килтерергә ҡушалар. Үткән аҙнала Өфө мәктәптәренең береһендә VII синыф уҡыусыһына саңғыһы булмаған өсөн уҡытыусыһы "икеле" ҡуйғайны.

Саңғы булмағанға - "икеле"
Саңғы булмағанға - "икеле"

Был хәл буйынса интернет селтәрендә бик күп фекерҙәр яҙылды. Ата-әсәнең саңғы алырға мөмкинлеге булмауы ла ихтимал бит. Насар билдә ҡуйған уҡытыусы хаҡлымы? Юҡ, әлбиттә.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән кәңәшмәлә был мәсьәләгә асыҡлыҡ индергән. Уҡыусыларҙы саңғы менән тәьмин итеү - белем усағының бурысы. Баланың саңғыһы булмаған осраҡта физик әҙерлек дәресе спорт залында йәки асыҡ һауала бүтән формала үткәрелә.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: