+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
3 Февраль 2023, 12:01

Рәсәй Геройының исеме мәңгеләштерелә

Ғинуарҙа контракт хеҙмәте старшинаһы, Әлшәй районы Раевка ауылында тыуып үҫкән Алмаз Сафин махсус хәрби операцияла бурысын үтәгәндә һәләк булғайны. 

Рәсәй Геройының исеме мәңгеләштерелә
Рәсәй Геройының исеме мәңгеләштерелә

Үлгәндән һуң уға Рәсәй Геройы исеме бирелде. Алмаз Сафин Новосибирск юғары хәрби команда училищеһында хеҙмәт иткән булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс балаһы етем ҡалған.

2 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яугирҙың исемен мәңгеләштереү тураһында указға  ҡул ҡуйған. Республиканың йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреү һәм хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек үҙәгенә һәм Раевкалағы 2-се мәктәпкә Алмаз Сафин исеме бирелә. Тыуған ауылының бер урамына ла уның исемен биреү планлаштырыла. Шулай уҡ Дан аллеяһында бюсын ҡуясаҡтар.

Фото: yandex.ru.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: