+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
3 Февраль 2023, 10:26

"Уйынсыҡ түгел" сериалының исем туйы була

Яңы йыл каникулы осоронда "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының "Уйынсыҡ түгел" тип аталған үҫмерҙәр телесериалы күрһәтелгәйне.  

"Уйынсыҡ түгел" сериалының исем туйы була
"Уйынсыҡ түгел" сериалының исем туйы була

6 февралдә "Родина" кинотеатрында уның исем туйын үткәрергә йыйыналар.

Сериалдың концепция авторы - Гөлназ Ҡолһарина, сценарий авторы - Дамир Йосопов, ҡуйыусы режиссёры - Гөлсәсәк Игебаева, ҡуйыусы операторы - Шамил Кәримов,  продюсеры - Гөлшат Ғәлиуллина, ҡораусы режиссёры - Дамир Сәлимов, тауыш режиссёрҙары - Гөлфинә Латипова менән Артур Панкратов, режиссёр ярҙамсылары - Дилара Сөләймәнова менән Айҙар Ғәйнетдинов. Композитор Айҙар Хәмзин яҙған көйҙәр яңғырай. Фильм Өфөлә, Ғафури һәм  Архангел райондарында төшөрөлгән.

Исем туйына килеүселәр фильм ҡараясаҡ, сериалдың ижади төркөмө һәм блогерҙар менән осрашасаҡ, уйындар ҙа буласаҡ, тип вәғәҙә итә "Тамыр"ҙар.

Билет урынына яратҡан уйынсығыңды күрһәтергә кәрәк, тиҙәр.

"Уйынсыҡ түгел" сериалының исем туйы киске сәғәт 6-ла башлана. (6+)

 Фото:kulturarb.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: