+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
4 Февраль 2023, 05:55

"Ҡыҙыл паша" яңынан сәхнәлә

3 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында  Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» пьесаһы буйынса спектакль премьераһы булды.

"Ҡыҙыл паша" яңынан сәхнәлә
"Ҡыҙыл паша" яңынан сәхнәлә

Был әҫәр тәүге тапҡыр 1982 йылда ҡуйыла һәм ҙур уңыш яулай. Режиссеры Лек Вәлиев була.

2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бишбүләк районына эш сәфәре менән барғанында совет илсеһе Кәрим Хәкимовтың Дүсән ауылындағы йорт-музейында булғайны. Шунан һуң «Ҡыҙыл паша» спектаклен  тергеҙергә тәҡдим итте. Яңыртылған сәхнә әҫәренең режиссеры – Айрат Әбушахманов, рәссамы – Альберт Нестеров. Инсценировка авторҙары – Айрат Әбушахманов менән Динара Ҡәйүмова. Кәрим Хәкимов ролен Азат  Вәлитов башҡара.

Спектаклде тәүгеләрҙән булып Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла ҡараны. СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, дипломат, ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов тураһында бик күп мәғлүмәт алды балалар. Музей экспонаттарынан торған күргәҙмәлә шәхси әйберҙәрен, совет илсеһенә ҡағылышлы документтарҙы, фотоларҙы ла ҡыҙыҡһынып ҡаранылар.

«Ҡыҙыл паша» спектакле был юлы ла халыҡ һөйөүен яулар, моғайын. (12+)

Фото: vk.com.

"Ҡыҙыл паша" яңынан сәхнәлә
"Ҡыҙыл паша" яңынан сәхнәлә
"Ҡыҙыл паша" яңынан сәхнәлә
"Ҡыҙыл паша" яңынан сәхнәлә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: