+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
7 Февраль 2023, 06:30

Мия, Христос, Клеопатра...

 Башҡортостанда балаларға ҡушылған иң популяр исемдәр билдәле булды.

Мия, Христос, Клеопатра...Мия, Христос, Клеопатра...
Мия, Христос, Клеопатра...

2022 йылда республикала ҡыҙҙарға Әминә исемен күп ҡушҡандар. Артабан исемлекте Ева, Амелия, Арина, София, Эмилия, Йәсминә, Алиса, Милана, Виктория исемдәре дауам итә. Был хаҡта «Башинформ»ға Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иткәндәр.

Малайҙар араһында иң күп ҡушылған исемдәр: Әмир, Артём, Тимур, Матвей, Эмир, Марк, Мирон, Роман, Давид, Михаил.

Ҡыҙҙарға иң һирәк ҡушылған исемдәр: Лара, Илайда, Клеопатра, Элис, Синам, Калепси, Ноэми, Джамила, Виона, Октавия, Мия, Арья.

Һирәк ир-егет исемдәре: Фёдор, Андреас, Аҡмал, Туран, Христос, Аксель, Джастин, Арис, Николаус, Сэмоэль, Нив, Раффаэле.

 

Сығанаҡ: vk.com

Фото: virilismed.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас