

Маҡсаты балаларҙың һәм йәштәрҙең буш ваҡытын ойоштороу, уларға төрлө яҡлап үҫергә һәм үҙбилдәләнештәрен табырға, идеяларын тормошҡа ашырырға ярҙам итеү, һөнәр һайлауҙа дөрөҫ йүнәлеш биреү. Башҡортостанда ла “Беренселәр хәрәкәтенең” төбәк бүлексәһе эшләй. Ул "Йәш армеецтар", "Рәсәй йәштәр берлеге", "Башҡортостан пионерҙары", "Хәүефһеҙлек мәктәбе", "Ҙур тәнәфес", "Йәш журналистар лигаһы", «Вымпел» хәрби-патриотик үҙәге, "Рәсәй студент отрядтары" һәм башҡа ойошмаларҙы берләштерә. Яңы ойошмаға 6 йәштән ҡушылырға мөмкин.
Әлеге ваҡытта бөтә ил буйынса белем усаҡтарында Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең беренсел ойошмалары асыла. Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы ла тәүгеләрҙән булып "Беренселәр хәрәкәте"нә ҡушылды. Ошо айҡанлы үткән тантанаға "Юнармия" Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең республика бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Олег Сафронов, Өфө ҡалаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы инспекторы Татьяна Ермоленко, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Глеб Пахомов һәм башҡа ҡунаҡтар саҡырылғайны. Сарала шулай уҡ гимназияла эшләп килгән "Гимназистар ҡоролтайы" уҡыусылар үҙидаралығы,"Прометей" ирекмәндәр ойошмаһы, "Йәш юл хәрәкәте инспекторҙары" отряды, "Диңгеҙ кадеттары" берекмәһе ағзалары ҡатнашты.
- "Беренселәр хәрәкәте"нә ҡушылыу һеҙгә яңы кешеләр менән танышырға, ҡыҙыҡлы конкурстарҙа, слеттарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашырға мөмкинлек бирәсәк. Изге сәғәттә! - тине Татьяна Васильевна гимназистарҙы ҡотлап. Эйе, был хәрәкәт балаларҙың һәләттәрен асырға, идеяларын тормошҡа ашырырға ярҙам итер, тигән ышаныс бар.
Иҫтәлекле сара матур концерт менән тамамланды.
Автор фотолары.