+15 °С
Облачно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
9 Февраля 2023, 10:40

Туған телдәр көнөндә

21 февралдә, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, Милли әҙәбиәт музейы Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә күренекле шағирҙар Мостай Кәрим, Ғабдулла Туҡай, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Сыңғыҙ Айытматовтың ижади эшмәкәрлегенә арналған әҙәби осрашыу уҙғара. Ул «Торатау» конгресс-холында көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

Туған телдәр көнөндәТуған телдәр көнөндә
Туған телдәр көнөндә

Осрашыуҙың программаһында Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбай, телсе-ғалим Фирҙәүес Хисаметдинованың, милли-мәҙәни үҙәк етәкселәренең, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең ошо яҙыусыларҙың дуҫлығы һәм берлектәге ижади эшмәкәрлеге, әҫәрҙәрҙе Рәсәйҙең дәүләт телдәренә тәржемә итеү тураһында сығыштары ҡаралған. Йәкшәмбе мәктәптәре уҡыусылары туған телдә шиғырҙар уҡыясаҡ.

«Әҙәбиәттә туған тел бөйөклөгө» тип исемләнгән әҙәби осрашыу «Әҙәби гөлләмә» фестивален аса. Ә ул Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт һәм туған телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм популярлаштырыу өсөн шарттар булдырыу маҡсатында йыл дауамында уҙғарыла.

Фестиваль программаһында тел, әҙәби байрамдарға бәйле, шулай уҡ шиғриәткә, яҙыусылыҡҡа ҡағылышлы иҫтәлекле даталар, мөһим әҙәби даталарҙы үҙ эсенә алған саралар бар. Шулай уҡ төбәк-ара һәм республика кимәлендәге конкурстар ойоштороу ҡаралған. «Әҙәби гөлләмә» фестивален ябыу тантанаһы 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә уҙасаҡ.

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас