

Былтыр унда 1 мең 166 бала ял иткән.
Бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә булған кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Орлёнок" балалар һауыҡтырыу лагерына газ үткәрергә һәм тейешле кәрәҙле бәйләнеш булдырырға ҡушҡан.
Лагерь биләмәһендә физкультура-һауыҡтырыу комплексы ла төҙөләсәк. Учреждениены модернизациялау өсөн 153 миллион 600 мең һум аҡса бүленәсәк.
Фото: vk.com.