+18 °С
Ясно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
19 Февраля 2023, 06:50

Беренселәр гел беренсе булһын!

Уҙған йылдың декабрендә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең съезы үткәйне. Унда илебеҙҙең 89 төбәгенән йыйылған делегаттар яңы ойошмаға «Беренселәр хәрәкәте» («Движение первых») тигән исем һайланы.

Беренселәр гел беренсе булһын!Беренселәр гел беренсе булһын!
Беренселәр гел беренсе булһын!

Балаларҙың һәм йәштәрҙең буш ваҡытын дөрөҫ итеп ойоштороу, уларға төрлө яҡлап үҫергә һәм үҙбилдәләнештәрен табыр­ға, идеяларын тормошҡа ашырырға ярҙам итеү, һөнәр һайлау­ҙа йүнәлеш биреү өсөн кәрәк ул. Башҡортостанда ла «Беренселәр хәрәкәте»нең төбәк бүлексәһе эшләй. Ул «Йәш армеецтар», «Рәсәй йәштәр берлеге», «Башҡорт­остан пионерҙары», «Хәүефһеҙлек мәктәбе», «Ҙур тәнәфес», «Йәш журналистар лигаһы», «Вымпел» хәрби-патриотик үҙәге, «Рәсәй студент отрядтары» һәм башҡа ойошмаларҙы берләштерә. Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенә 6 йәштән ҡушылырға мөмкин. 18 йәшкә тиклемге колледж уҡыусылары ла инә ала.
Әлеге ваҡытта илебеҙҙең белем усаҡтарында Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең беренсел ойошмалары асыла. Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы ла тәүгеләрҙән булып «Беренселәр хәрәкәте»нә ҡушылды. Ошо айҡанлы уҙған тантанаға «Йәш армеецтар» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең республика бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Олег Сафронов, Өфө ҡалаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инс­пекцияһы идаралығы инспекторы Татьяна Ермоленко, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Глеб Пахомов һәм башҡа ҡунаҡтар саҡырылғайны. Улар уҡыусыларға теләктәрен, тәҡдимдәрен, кәңәштәрен еткерҙе. Сарала гимназияла эшләп килгән «Гимназистар ҡоролтайы» уҡыу­сылар үҙидаралығы, «Прометей» ирекмәндәр ойошмаһы, «Йәш юл хәрәкәте инспекторҙары» отряды, «Кендектәр» КВН ко­мандаһы, «Диңгеҙ кадеттары» берекмәһе ағзалары ҡатнашты. Гимназияға «Беренселәр хәрәкәте»нең беренсел ойошмаһы танытмаһы тапшырылды.
– «Беренселәр хәрәкәте»нә ҡушылыу һеҙгә үҙегеҙ кеүек яңы таныштар табырға, ҡыҙыҡлы конкурстарҙа, слёттарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашырға мөмкинлек бирәсәк. Изге сәғәттә! – тине Татьяна Ермоленко гимназис­тар­ҙы ҡотлап. Эйе, был хәрәкәт балаларҙың һәләттәрен асырға, идеяларын тормошҡа ашырырға ярҙам итер, тигән ышаныста ҡалып, уларға уңыштар теләйбеҙ. Беренселәр гел беренсе булһын!

Э. РӘШИТОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас