

Ҡыҙҙың әйтеүенсә, ул ошо рәүешле күптәрҙең уй-фекерен еткерергә теләгән – Мортаза Рәхимов Башҡортостан менән бер бөтөн булды һәм шулай булып ҡала.
-Уның исеме һәм образы мәңгелеккә туған республикаһы тарихына яҙылды. Уның шәхесе ҙур, данлы һәм әһәмиәтле. Бөгөн Рәхимовтың вафатына ҡырҡ көн, республика халҡы иҫкә ала. Мин ошо датаға уның портретын төшөрөргә ҡарар иттем. Был эш Мортаза Рәхимовтың яҡын туғандарына тапшырыласаҡ. Бөгөн иртәнсәк эшләнем, сәғәт 7 менән 9 араһында», – тип белдерә Евгения Сковарт.
Сығанаҡ: vk.com
Фото: bashinform.ru