+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
25 Февраль 2023, 08:41

Хәрби Дан музейында - күргәҙмә

Республика Хәрби Дан музейында Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтарына арналған күргәҙмә эшләй. «Алтын йондоҙ» миҙалына лайыҡ булыусы батырҙарҙың биографияһы менән танышырға мөмкин.

Хәрби Дан музейында - күргәҙмәХәрби Дан музейында - күргәҙмә
Хәрби Дан музейында - күргәҙмә

Шулай уҡ  М.Шайморатов, А.Доставалов, С.Юлаев батальондарының махсус кейемен, төрлө бронежилеттарҙы, яугирҙәрҙең шәхси әйберҙәрен дә күрергә була.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йылы һүҙҙәр, теләктәр менән хат яҙып ҡалдырыу өсөн айырым урын билдәләнгән.

Күргәҙмә 16 апрелгә тиклем эшләй. Дүшәмбе – ял көнө. Музей йома - көндөҙгө 2-нән 21 сәғәткә тиклем, ҡалған көндәрҙә 11-ҙән 18 сәғәткә тиклем асыҡ була. Адресы: Комаров урамы, 9. Транспорт туҡталышы – Еңеү паркы, Нефть университеты.

Фото: vk.com.

Хәрби Дан музейында - күргәҙмә
Хәрби Дан музейында - күргәҙмә
Хәрби Дан музейында - күргәҙмә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас