

Бынан тыш шахмат дәрестәре үткәреү тураһында килешеү төҙөгәндәр. Был проект Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының 100 йыллығы айҡанлы тормошҡа ашырыла.
"Медицина учреждениеһында балаларҙы дауалау өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Беҙ йәш пациенттарға буш ваҡыттарын файҙалы итеп үткәрергә, шахмат уйыны аша ижади яҡтан үҫергә ярҙам итергә булдыҡ", - тип белдергән "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына "Толпар"ҙың директоры Әмир Даукаев.
Фото: bashinform.