+17 °С
Облачно
VKOKTelegram

Ҡыҙыл майҙанда — башҡорт бейеүе!

Ҡыҙыл майҙанда өҙҙөрә баҫып бейегән был малай - Баймаҡ районының "Саптар" өлгөлө бейеү студияһы тәрбиәләнеүсеһе! Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашҡандар икән. Экскурсия мәлендә, Ҡыҙыл майҙанға килгәс, ҡолас йәйеп бейергә төшкән! Вәт, афарин!

Ҡыҙыл майҙанда  —  башҡорт бейеүе!Ҡыҙыл майҙанда  —  башҡорт бейеүе!
Ҡыҙыл майҙанда — башҡорт бейеүе!

Уның сығышы майҙанға килеүселәрҙең береһен дә битараф ҡалдырмаған.

Әйткәндәй, бейеүсе малай Шайморатов исемендәге батальон һалдатының улы ла икән. Үҙенең бейеүен атаһы хеҙмәт иткән батальонға арнаған ул. 

 

Сығанаҡ һәм видео: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас