+23 °С
Дождь
VKOKМакс

Контроль эш яҙмаҫ өсөн...

Был хәл Өфө ҡалаһында була. Һигеҙенсе синыфта уҡыған ҡыҙ әхирәте менән алгебранан контроль эш яҙмаҫ өсөн "Парацетамол" һәм "Пенталгин" дарыуҙарын һатып ала. Ҡыҙҙар дәрес алдынан мәктәп бәҙрәфенә юллана. Берәүһе һуңғы сиктә дарыуҙы эсеүҙән баш тарта, ә икенсеһе 33 таблетканы йота.

Контроль эш яҙмаҫ өсөн...Контроль эш яҙмаҫ өсөн...
Контроль эш яҙмаҫ өсөн...

Ҡыҙ эскән дарыуҙар саманан тыш бик күп була. Дауаханаға ашығыс ярҙам машинаһы менән килтерелгән уҡыусыны реанимация бүлегенә оҙаталар. Әлеге ваҡытта уның хәле яҡшырған.

 

Сығанаҡ: vk.com

Фото: saratova.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас