

Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһында энциклопедияны сығарыу буйынса редакция коллегияһының беренсе ултырышы үтте.
-Энциклопедия өсөн мәҡәләләрҙе әҙерләүҙә дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалим-тарихсылар, филологтар, философтар, политологтар, рәссамдар, архив хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, журналистар, иҡтисад һәм социаль өлкә буйынса төрлө тармаҡ белгестәре ҡатнашасаҡ.
"Мортаза Рәхимов" энциклопедияһын сығарыу республикала йәмғиәт, фән һәм мәҙәниәт буйынса ла мөһим бер тарихи ваҡиға буласаҡ. Ул Ил ағаһының асылын, булмышын, яҙмышын, Башҡортостаныбыҙҙың шул осорҙағы тормошон тулыһынса асып бирергә тейеш, - тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты, иҡтисад фәндәре докторы, китаптың баш мөхәррире Александр Дегтярёв.
Фото: rbsmi.ru