-31 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бүләк алып һөйөндөләр

Йолабыҙға тоғро ҡалабыҙ. Гимназиябыҙҙа Рәми Ғарипов исемендәге премияны тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Был көн уҡыусылар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр өсөн ҙур байрамға әйләнде.

Бүләк алып һөйөндөләр
Бүләк алып һөйөндөләр

Мәртәбәле бүләк 1994 йылдан бирле тапшырылып килә, уның иң тәүге лауреаты – Баш­ҡорт­остандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. Шулай уҡ премияға Рәми Ғариповтың тормош иптәше Надежда Ғарипова, шағирҙар Ҡәҙим Аралбай, Факиһа Туғыҙбаева, Тамара Ғәниева, Таңһылыу Ҡарамышева, Рәшит Шәкүр, Сафуан Әлибай, Ирек Кинйәбулатов, Тимер Йосопов, Хәсән Назар, Зөһрә Ҡотлогилдина, яҙыу­сылар Мәрйәм Бураҡаева, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Сәрүәр Суриналар, ғалимдар Нияз Мәжитов, Ғайса Хөсәйенов, Мирас Иҙелбаев, Фирҙәүес Хисамитдинова, Миңһылыу Усманова, Әхәт Бакиров, Булат Аҡмановтар, артистар Гөлли Мөбәрәкова, Хөрмәт Үтәшев, Таңсулпан Бабичевалар һәм Ләлә Биишева, Гөлфиә Янбаева, Фәнил Ҡоҙаҡаев кеүек билдәле шәхестәр лайыҡ була. Бүләкләнеүселәр араһында тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов та, уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бар.
Бына тулҡынландырғыс мәл етә. Сәхнәгә 2023 йылда Рәми Ғарипов исемендәге премияны алыусылар саҡырыла. Кемдәр лайыҡ икән был бүләккә?
Беренсе булып гимназиябыҙҙың 1980 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, «Йөрәк һүҙе» проекты авторы, Рәсәй Театр эшмәкәр­ҙәре союзы ағзаһы, Башҡорт­остан Республикаһының атҡаҙан­ған сәнғәт эшмәкәре, танылған режиссёр Наилә Әбделхәй ҡыҙы Сәфәрғолова сыға. Уны алҡыштарға күмделәр. Яраталар, хөрмәт итәләр Наилә апайҙарын гимназияла.
Был көн 1981 йылғы сығарылыш уҡыусыбыҙ, «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире, Баш­ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов өсөн дә иҫтәлекле булды. Журналист ағайыбыҙҙы ла ихлас ҡотланыҡ.
– Мине ҙурланығыҙ, бейеккә күтәрҙегеҙ, – тине Мирсәйет Ғүмәр улы. – Был премия лауреаты булыу яуаплылыҡ та өҫтәй. Гимназиям менән бергәләп Баш­ҡорт­останыбыҙ өсөн телһөйәр­ҙәр, илһөйәрҙәр үҫтерербеҙ. Рәми ағай рухына тоғро ҡалырбыҙ, һынатмайынса алға барырбыҙ.
Уҡыусылар араһынан да лауреаттарҙы тәбрикләнек. Быйыл XI синыфтан Зөлхизә Усманова, Илгизә Йәрмөхәмәтова, Илназ Исхаҡов, Айҙар Байсыуаҡов һәм Элина Фәтхелисламоваларға Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты дипломдары тапшырылды. Был ҡыҙҙар һәм егеттәр – төрлө бәйге еңеүселәре, уҡыу алдынғылары. Улар­ҙың да йөҙҙәре ҡояштай бал­ҡый ине. Ни тиһәң дә, бөгөн һәр береһе үҙ исемен гимназия тарихына яҙҙы. Мәҫәлән, Илназ – Баймаҡ районы Таулыҡай егете. Ул һәр ваҡыт белем усағыбыҙ тормошонда янып йәшәй, бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша, үҙен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарарға ла өлгөрә. Аҡыллы, төплө белемле, шул уҡ ваҡытта үҙ-үҙенә талапсан булыуы менән дә ихтирам яулаған егет ул. Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арнап уҙғарылған «Уҡ осошондай ғүмер бал­ҡышы» тигән театрлаштырыл­ған тамашала Рәми булып уйнап һоҡландырҙы. Республика кимәлендәге «Минең Рәми» шиғри бәйгеһендә беренсе урынға сыҡты. Ә Элина «Мин – иң яҡшы тәржемәсе» республика конкурсында I дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Өс йыл рәттән биология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк-ара этабында призёр булһа, быйыл беренсе урын алды. Уңыштары өсөн «Артек»та ял итеп ҡайтты.
Был лауреат уҡыусыларҙың бөтәһен дә маҡтағандан-маҡтағы килә. Гимназияның ғорурлығы улар!
Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ.

Рәсимә АЛЛАМОРАТОВА, Гөлсәсәк ҠЫЛЫСОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас в