+27 °С
Ясно
VKOKМакс

"Беренселәр хәрәкәте" "Зарница"ны тергеҙә

Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте тиҙҙән тормошҡа ашырыласаҡ проекттары тураһында һөйләне. 

"Беренселәр хәрәкәте" "Зарница"ны тергеҙә"Беренселәр хәрәкәте" "Зарница"ны тергеҙә
"Беренселәр хәрәкәте" "Зарница"ны тергеҙә

Тәүгеләрҙән булып, 28 мартта 10 пилот төбәктә "Беҙ - Рәсәй граждандары!" тигәне старт ала. Унда беҙҙең республика ла ҡатнаша. Бығаса 14 йәштәре тулған үҫмерҙәрҙең бик һирәктәренә генә паспорт тантаналы шарттарҙа тапшырыла ине. Быйыл - 1 миллион, ә киләһе йылда 1 миллион 700 мең бала өсөн тантаналар ойоштормаҡсылар. Унда Рәсәй флагын күтәреү, гимнды башҡарыу, илгә тоғролоҡ тураһында ант әйтеү ҡаралған. Һәр кем паспорт өсөн "Беренселәр хәрәкәте"нең тышлығы, РФ Конституцияһы, значок һәм Рәсәй Президентының үҙе исеменә яҙылған открыткаһын аласаҡ. 

Апрелдә Бөтә Рәсәй "Зарница 2.0" уйыны башлана. Июнгә тиклем был хәрби-спорт уйындарында 10 мең кеше ҡатнашыуы көтөлә. Уларҙың 1 мең 500-ө һайлап алынасаҡ. Ҙур финал иһә август-сентябрь айҙарында телевизион-шоу форматында уҙасаҡ. Ҡатнашыусыларҙы ҡатмарлы һәм заманса һынауҙар көтә.

 Әйткәндәй, әлеге ваҡытта ил төбәктәрендә "Беренселәр хәрәкәте"нең 12 мең беренсел ойошмаһы асылған. 

Фото: xn--90.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас