+17 °С
Облачно
VKOKTelegram

Ҡанундарҙы белеү - шәхси хәүефһеҙлек нигеҙе лә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа уҡыусыларҙың хоҡуҡи үҙаңын һәм үҙ-үҙҙәрен тотошон формалаштырыу мәсьәләләре буйынса "түңәрәк өҫтәл" үткәрелде.

Ҡанундарҙы белеү - шәхси хәүефһеҙлек нигеҙе ләҠанундарҙы белеү - шәхси хәүефһеҙлек нигеҙе лә
Ҡанундарҙы белеү - шәхси хәүефһеҙлек нигеҙе лә

Тема буйынса фекер алышыуҙа депутаттар, Башҡортостан Республикаһы Конституция Советы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, урындағы үҙидара органдары, юғары уҡыу йорттары, дөйөм белем биреү ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырышты асып, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Әлфис Ғаязов тикшерелеүсе теманың көнүҙәклеген билдәләп үтте һәм "түңәрәк өҫтәл"дең илһөйәрлек тәрбиәһе биреү системаһын ҡайтанан тергеҙеү буйынса уртаҡ ҙур эш алып барыу сиктәрендә үткәрелеүен белдерҙе.

Ултырышта ошо темаға докладтар менән Башҡортостан Республикаһы Конституция Советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин, Башҡортостан Республикаһы Конституция Советы секретары Светлана Сафина сығыш яһаны.

Шулай уҡ үҙ фекерҙәре менән Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге, мәғариф ойошмалары вәкилдәре уртаҡлашты.

Ултырышта яңғыраған тәҡдимдәр "түңәрәк өҫтәл" йомғаҡтары буйынса әҙерләнәсәк рекомендацияларҙың нигеҙенә ятасаҡ.

 Фото һәм мәғлүмәт: https://gsrb.ru/bash/news/120459/

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас