

Сюжет үҙәгендә — 20 йәшлек сержант-танкист Любомир Зухтың тарихы, ул яҙмыш ҡушыуы буйынса төпкөл ауылға килеп эләккән испан коммунистарының ҡыҙы Мария-Терезаға ғашиҡ. Ҡыҙ ҙа уны ярата. Часта «отбой» командаһы яңғырағас та, сержант һөйгәне янына ашыға. Ләкин ул һуғыш осоро ҡануны буйынса енәйәт ҡылғанын аңламай, ә бының өсөн ҡаты яза бирелергә тейеш.
Режиссёр Айнур Асҡаров һүҙҙәренсә, «фильмдың төп ваҡиғаһы — йәш һалдат Любомир Зухтың дезертирлығы. Драматургия контрапунктта төҙөлә. Бер яҡтан — мөхәббәткә сарсау, икенсенән — һуғыш. Беҙ һуғыштағы йәшлек, хис-тойғолар һәм бурыс, өлкәнәйеү, әхлаҡ һәм закон бәрелеше хаҡында бәйән итәбеҙ».
Фильмдың продюсерҙары – Мостай Кәримдең повесы буйынса «Һеңлекәш» блокбастерын төшөргән Тимербулат Кәримов, Михаил Курбатов һәм Дмитрий Фикс.
Картинаның режиссёры – Айнур Асҡаров («Өс таған», «Буран», «Өфөнән һөйөү менән»). Фильмдың сценарий авторы – Айҙар Аҡманов («Һеңлекәш», «Өс таған»).
Һуғыштағы дуҫтарҙың төп ролдәрен Александр Новиков («Пищеблок», «Жиза»), Николай Ғәлләмов («Сердце Пармы», «Сама дура»), Евгений Михеев («Лётчик», «Вампиры средней полосы») башҡара. Любомир Зухтың һөйгән ҡыҙын йәш актриса-дебютант Йәмилә Мөҙәрисова уйнай. Фильмда шулай уҡ тәжрибәле артистар Гела Месхи («1941. Крылья над Берлином», «Лётчик»), Юрий Лопарев («Завод», «Калашников»), Александр Бухаров («Ржев», «Лев Яшин. Вратарь моей мечты») һәм Любовь Зайцева («Живой», «Точка») ҡатнаша.
Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru