+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Көлкө кисәһе — стендап форматында

7 апрелдә "УФТАНМА" башҡорт ижадханаһының сираттағы сараһы стендап форматында үтәсәк. Унда Шәһит Хамматов, Нияз Абдуллин, Рәлиә Йәһүҙина (Рәлиә Королёк), Розалина Ибраһимова, Зөлфәр Әхмәтов, АЛИШЕР, Урал Бикбов, Артур Йәғәфәров(башкирский китаец) ҡатнашасаҡ. Улар үҙҙәренең тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе тоҙло-боросло, матур-татлы итеп тамашасыға һөйләргә вәғәҙәләй.

Көлкө кисәһе —  стендап форматындаКөлкө кисәһе —  стендап форматында
Көлкө кисәһе — стендап форматында

Көлкө кисәһе 7 апрель 19:00 сәғәттә Кустар урамы, 17-се йорт адресы буйынса үтәсәк.
Билеттар алыуҙа Пушкин картаһы программаһы эшләй: https://rcntrb.com/ru/anons/meropriyatiya-po-pushkins..
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (927) 333-95-56. (16+)

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас