

Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты фонды ярҙамында булдырылған.
Кескәйҙәр өсөн әҙерләнгән был сағыу дидактик материалдың авторҙары – Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова, Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы Ғәлина һәм Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы Дәүләтҡолова. Был материалдар төрлө милләт, шул иҫәптән туған телен насар белгән йәки бөтөнләй белмәгән башҡорт балалары йөрөгән балалар баҡсаларында эшләгән тәрбиәселәр өсөн.
Хәҙер балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре башҡорт телен һүрәттәге сағыу китаптар, кубиктар, пазлдар ярҙамында өйрәнә ала. Һәр әкиәт буйынса китапта QR-код бар. Уның ярҙамында әкиәттәрҙең аудио вариантын да тыңларға була.
Фото: rbsmi.ru