+23 °С
Дождь
VKOKМакс

Өфөгә «Мостай Кәрим» теплоходы килә!

Һөйөнсө! Өфөгә беренсе тапҡыр дүрт палубалы «Мостай Кәрим» теплоходы килә!

Өфөгә «Мостай Кәрим» теплоходы килә!Өфөгә «Мостай Кәрим» теплоходы килә!
Өфөгә «Мостай Кәрим» теплоходы килә!

Мостай Кәрим исемендәге фонд сайтында хәбәр ителеүенсә, был мөһим ваҡиға өсөн махсус рәүештә бортта туристарҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштырыу тематик программаһы әҙерләнә. Пассажирҙарҙы мауыҡтырғыс экскурсиялар һәм башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» әҫәре буйынса фильмдың премьераһы көтә.

«Мостай Кәрим» теплоходының Башҡортостанға тәүге круизы 28 апрелдән 8 майға тиклем дауам итә. Рейс Түбәнге Новгородта башлана һәм шунда тамамлана. Өфөлә «Мостай Кәрим» теплоходы ике көн (2-3 май) тора, был ваҡыт эсендә туристар Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте менән яҡындан танышырға мөмкин.

Әйткәндәй, «Мостай Кәрим» теплоходы 2019 йылдың 11 сентябрендә һыуға төшөрөлдө. Юғары технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған уңайлы дүрт палубалы лайнер «йылға-диңгеҙ» класына ҡарай. Теплоход 309 пассажир өсөн иҫәпләнгән. «Мостай Кәрим» тиҙлеген сәғәтенә 22,5 саҡрымға тиклем арттыра ала.

Сығанаҡ һәм фотоbash.bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас