+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Гитарала уйнайһыңмы?

Гитарала уйнағың киләме? Улайһа оҫталыҡ дәресенә бар. Уны "Дәрүишхан" рок төркөмө музыканты Надир Юлбарыҫов үткәрә.  

Гитарала уйнайһыңмы?Гитарала уйнайһыңмы?
Гитарала уйнайһыңмы?

11 апрелдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда гитарала уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторола. 

Сарала гитараны дөрөҫ һайлау һәм уйын ҡоралының яңғырашының нимәгә бәйле икәнлеге тураһында һөйләйәсәктәр. Уҡытыусы гитараны көйләргә, ҡулдарҙы дөрөҫ ҡуйырға өйрәтәсәк, шулай уҡ көй сығарыуҙың төрлө алымдарын күрһәтәсәк.

Билеттарҙы Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында һатып алырға мөмкин: https://rcntrb.com/ru/anons/meropriyatiya-po-pushkinskoj-karte/7928-master-klass-po-igre-na-gitare-ot-mastera-nadira-yulbarisova. «Пушкин картаһы» ғәмәлдә.

Сара Өфө ҡалаһы, Һөнәрселек урамы, 17 адресы буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда үтә.

Дәрес киске сәғәт 7-лә башлана.

Kulturarb.ru сайтынан.

Фото: Яндекс.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас