

Сабый изге Рамаҙан айының тәүге көнөндә донъяға килгән. Ҡыҙсыҡҡа Ынйы тигән бик матур исем биргәндәр.
Әйткәндәй, Ынйы — Ҡорманаевтарҙың татыу ғаиләһендә алтынсы ҡыҙ. Быға тиклем «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына лайыҡ булған бәхетле ата-әсә 5 малай, 5 ҡыҙ тәрбиәләгән.
Ишле ғаиләгә бәхетле, имен тормош теләйбеҙ!
Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru