+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
14 Апрель 2023, 10:56

Һөнәрҙәр күп, ҡайһыһын һайларға?

14 апрелдә илебеҙ ҡалаларында "ПРОФФЕСТ-2023" Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһе үтте. 

Һөнәрҙәр күп, ҡайһыһын һайларға?Һөнәрҙәр күп, ҡайһыһын һайларға?
Һөнәрҙәр күп, ҡайһыһын һайларға?

 Беҙҙең республиканың Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Бөрө, Нефтекама, Күмертау, Белорет, Учалы, Сибай, Салауат, Ишембай, Бәләбәй һәм Октябрьский ҡалаларында ойошторолдоЙәрминкәнең төп маҡсаттарының береһе - йәш быуынға киләсәккә һөнәр һайларға ярҙам итеү. Өфөләге "Торатау" конгресс-холына ла меңдән ашыу студент һәм уҡыусы килде. Улар өсөн юғары уҡыу йорттары, һөнәри белем биреү учреждениелары һәм Өфө предприятиелары белгестәре оҫталыҡ дәрестәре, әңгәмә, тест үткәрҙе, Үҙеңде төрлө йүнәлештәрҙә һынап ҡарап, һиңә ҡайһы һөнәр нығыраҡ тура килгәнен дә һынап ҡарарға мөмкин булды. 

Йәрминкәгә килеүселәр тренажерҙар һәм виртуаль күҙлектәр ярҙамында крансы, янғын һүндереүсе, йөк машинаһы менән идара итеүсе булып "эшләп" тә ҡараны. 

"ПРОФФЕСТ" фестиваленең федераль этабы 23 июндә "Арт-квадрат" майҙансығында үтәсәк.

Фото: vk.com.

 

Һөнәрҙәр күп, ҡайһыһын һайларға?
Һөнәрҙәр күп, ҡайһыһын һайларға?
Һөнәрҙәр күп, ҡайһыһын һайларға?
Һөнәрҙәр күп, ҡайһыһын һайларға?
Һөнәрҙәр күп, ҡайһыһын һайларға?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас