+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
26 Апрель 2023, 06:20

Мәктәпкә — Рәсәй Геройы исеме

Әлшәй районы Раевка ауылының 2-се мәктәбенә Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың исеме бирелгән. Тейешле бойороҡ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Мәктәпкә — Рәсәй Геройы исемеМәктәпкә — Рәсәй Геройы исеме
Мәктәпкә — Рәсәй Геройы исеме

Ҡаһарман яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла 2022 йылдың 30 сентябренән алып ҡатнашҡан. 14 ғинуарҙа Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә ҡаты алыштар була. Алмаз Сафин етәкселегендәге взвод десантниктары оборонаны бирмәҫ өсөн һуңғы һулышына тиклем алыша. Яҡташыбыҙҙың ғүмеренең һуңғы минуттары туранан-тура быға дәлил. Уға мина ярсығы эләгә. Яраланһа ла, үҙенең взводы менән идара итеүҙән туҡтамай. Үҙе ҡаршы яҡтың биш һалдатын юҡ итә. Взвод бөтәһе ике бронемашинаны, танкты, биш тиҫтә ҡораллы көстө шартлата. Старшина алыштан һуң һәләк була.

17 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Алмаз Сафин һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеме менән бүләкләнде.

Сығанаҡ: bashinform.ru

Фото: rbsmi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас