+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
27 Апрель 2023, 12:00

Фәнис Хөсәйеновҡа Рәсәй Геройы исеме бирелерме?

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә махсус хәрби операция барышында, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, дошмандың БТР-ын әсир менән алып ҡайтҡан Фәнис Хөсәйеновҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе һорап хат ебәрелгән. 

Фәнис Хөсәйеновҡа Рәсәй Геройы исеме бирелерме?Фәнис Хөсәйеновҡа Рәсәй Геройы исеме бирелерме?
Фәнис Хөсәйеновҡа Рәсәй Геройы исеме бирелерме?

Яңыраҡ хатҡа яуап килгән. Хат Фәнис Хөсәйеновтың “Бәйләнештә”ге шәхси сәхифәһендә баҫылған.

 “Ф. А. Хөсәйеновҡа (үлгәндән һуң) Рәсәй Геройы исемен биреү тураһындағы үтенесегеҙ буйынса түбәндәгеләрҙе хәбәр итәбеҙ:

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Хәрби комиссариаты Рәсәй Оборона министрлығына Ф.А. Хөсәйеновтың “Барс -17” ирекмәндәр отряды составында хәрби хеҙмәт үтеүе тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һорап мөрәжәғәт әҙерләй. Әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ" тиелгән унда.

Ысынлап та, Тәтешленең батыр һәм тәүәккәл улы һис шикһеҙ оло исемгә лайыҡ.

 

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас